Айтуган - Сарман Вальсы

Автор
Ander Muñoz
Відключити рекламу
Am DmТыңларһыңмы йәшлек хистәремде,
E AmЙырҙарыма ҡушып йырлаһам?
Am DmҠаршы төшмәҫһеңме, йөрәгеңде
G CМөхәббәтем менән сорнаһам?
 
F G CМинең менән тормош һуҡмағынан
F G CРиза булырһыңмы үтәргә?
Dm E Am CАйырылғанда вәғәҙә бирерһеңме
Dm E AmҠабат ҡайтыуымды көтәргә?
 
Ашҡыныулы йөрәк көтә көн дә
Уртаҡ таңдың һыҙылып атҡанын.
Йәшлегемде йырға һалған саҡта
Ҡушылып йырларһыңмы, аппағым?
 
Ҡайтҡан саҡта Сарман буйҙарына
Яндарыңда мәңге ҡалырға,
Ҡырыҡ эшең ташлап ҡырыҡ яҡҡа,
сығарһыңмы ҡаршы алырға?
Повідомити про помилку
Відео
 Додати відео
0 коментарів