Айтуган - Хыял

Remove Ads
D Bm F#m AЙәшел күҙҙәреңдең диңгеҙендә йөҙәмен
Яғымлы йөҙҙәрең төшөмә керәһең
Төштәремдә гена иренемдән үбәһең
Хыял булып ҡалырһың мәңгегә күрәһеең
 
Беренсе тапҡыр һине осратҡанда
хайран ҡалдым матурлығыңа
батырлығым ғына етмәне яныңа
барып ҡосағыма алырға
 
Һылыулығыңды йырға һалырға етмәҫ һүҙҙәр
мине әсир итте һинең йәшел күҙҙәрең
нисек кенә түҙҙәрмен көн күрешем үҙгәрҙе
мин хыяллы иҫәрҙер яҙҙам һиңә әҫәрҙҙәр
 
Эҙҙләем эҙҙәрҙе һин ҡалдырған
һанайым йондоҙҙарҙы һин ҡабыҙҙған
исемең йөрәктә яҙылмаған ҡағыҙҙа
һин илһам бирәң миңә ҡанат ҡағырға
 
Яҙҙам һиңә хаттар
яҙҙам йырҙҙар хатта
һиңә ғашиҡ булыуым
иң ҙур хатам
 
Сөнки хәҙер төндәрен
йоклай алмай ятам
минеке булмаһаңда
һаман һине яратам
 
Йәшел күҙҙәреңдең диңгеҙендә йөҙәмен
Яғымлы йөҙҙәрең төшөмә керәһең
Төштәремдә гена иренемдән үбәһең
Хыял булып ҡалырһың мәңгегә күрәһеең
 
Мәңгелек аралар беҙҙең арала
берҙелә етә алмаҫмын инде яныңа
бөтмәҫлек етешеҙлек туймаҫлыҡ матурлыҡ
тотоп ҡалдырырға шикләнгән яҡтылыҡ
 
Иң көслө хыял аша алмаҫлыҡ
ысын барлыҡҡа сихри серле ҡыҙыҡайым
тулған бушлыҡҡа... минең уйҙарымда
көнө төнө сайҡалаң һыуыңған ҡыҙҙлай һымаҡ кискә тиклем ҡалаң
 
Һин батаң йөрәгемдең иң төбөнә
яҙыуҙар ҡалдыраң һәр көнөмә
һин минең тиҙ юғала торған төтөн
нәҙек епкә бәйләнгән өмөтөм
 
Икенсе өлөшөм йөрәгемдең табылған
килеп етәр ерҙә буталсыҡҡа абынған
һиңә кәрәкме мин юҡ мы һаман белмәем
иҫләгәндән мәңгегә Һинең менән йәшәйем
 
Йәшел күҙҙәреңдең диңгеҙендә йөҙәмен
Яғымлы йөҙҙәрең төшөмә керәһең
Төштәремдә гена иренемдән үбәһең
Хыял булып ҡалырһың мәңгегә күрәһеең
Suggest a correction
Video
 Add a video
0 comments